«Башҡортостан геройҙары» программаһы ҡатнашыусылары Өфө ҡала советына һайлауға документ тапшырҙы
Алина Маннанова — хәрби медик. 2023 йылда ул контракт төҙөп, ЛНР-ға юлланды, унда фронт һыҙығынан яралыларҙы эвакуацияланы. Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, ирекмәнгә әүерелде: хәҙер ул маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре яһай, гуманитар йөк йыйыуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнаша. Шулай уҡ ул Башҡорт дәүләт медицина университетында Тактик медицина үҙәген етәкләй.
Зинера Слабожанко — хәрби фельдшер, махсус хәрби операция ветераны. Бөгөн ул Башҡортостандағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалында социаль координатор һәм РФ Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге аналитигы булып эшләй.
Ике кандидат та Өфөнөң Орджоникидзе районына ҡараған 15-се территориаль төркөмдән «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүендә (праймеризда) ҡатнашыу өсөн документтарын тапшырҙы.
Шулай уҡ Өфө ҡала советына һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының тағы ла 4 ҡатнашыусы документтар тапшырҙы. Улар: Даниил Зәйнәпов, Александр Илтуғанов, Руслан Садиҡов һәм Рафаэль Солтанов.