Музейҙар Төнө 2026: Башҡортостанда 100+ музей ҡатнаша
Быйыл төп тема - "Туған", ул илдең төрлө төбәктәренең мәҙәни мираҫы бай һәм үҙенсәлекле булыуын, урындағы йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр бергә мәҙәни киңлек барлыҡҡа килтереүен сағылдырыуға йүнәлтелә.
Башҡортостанда 100-ҙән ашыу музей ҡатнаша. Шулай уҡ Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Күргәҙмәнән тыш лекциялар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, квест, уйындар, концерт һәм башҡа бик мауыҡтырғыс һәм күңелле саралар ҡаралған.
БР Милли музейында:
"Музей хазиналары. Ирәндек айыуы" күргәҙмәһе ойошторола - бында 4 килограмм да 788 грамм ауырлыҡтағы алтын киҫәген күрергә була.
"Интеллектус" мауыҡтырғыс фәндәр йортоноң автобусы менән БР Милли музейы, М. Нестеров исемендәге художестволы Музей, Өфө ҡалаһы тарихы музейы, Геология һәм файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар музейы, "Интеллектус" мауыҡтырғыс фәндәр йорто араһында сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Автобус Милли музейҙан 19:00, 20:00, 21:00 һәм 22:00 сәғәттә ҡуҙғала.
М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художестволы музейында ХVIII – ХХ быуат башынлағы рус рәсем сәнғәте, Михаил Нестеровтың, Давид Бурлюктың картиналарын ҡарарға мөмкин. Тағы ла бик бай концерт программаһы әҙерләнгән, балаларға уйынсыҡ ҡурҡа тар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Шаляпин исемендәге Музыка музейында камерный концерт үтәсәк. Рус композиторҙарының классик әҫәрҙәрен Ольга Фишер һәм Татьяна Теплова башҡарасаҡ.
С. Аксаковтың йорт-музейында мемориаль бүлмәләр буйлап экскурсия үтә. Бында шулай уҡ төрлө тематик күргәҙмәләр ҡуйылған.
В. Альбанов исемендәге Полярниктар музейында "Ну, погоди!" йәнһүрәтен ҡарарға, "Поляр экспедициялар эҙҙәре буйлап" үтергә, "Ике капитан эҙҙәре буйлап. Г.Л. Брусилов экспедицияһына 100 йыл тулыуға арнала 1912-1914 йыл" тип аталған фильмды күрергә була.
Ил музейҙары кискә тиклем эшләй. Тулы афиша һәм онлайн-трансляциялар менән «Культура.РФ»порталында танышырға мөмкин.