Георгий Ветошниковҡа арналған фәнни-ғәмәли конференция Өфөлә
Советтар Союзы Геройы Георгий Ветошниковҡа арналған фәнни-ғәмәли конференция үтә.
Унда 400-ҙән ашыу студент, уҡытыусы, тарихсы һәм ветеран ҡатнаша. Кәңәшмәлә Башҡортостандың һуғыш йылдарындағы хеҙмәт батырлығы, тыл эшсәндәренең фиҙаҡәрлеге тураһында докладтар яңғырай.
Конференцияға видеоэлемтә аша «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының взвод командиры, инженер-сапер "Певец" позывнойлы яугир сығып, студенттарға МХО-ла тыл булырға теләп мөрәжәғәт итте.
Саҡырылған ҡунаҡтар «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исеменең мөһимлеген билдәләне, китаптар тапшырҙы һәм колледж директорына Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте ағзаһы билетын бирҙе.
Иң иҫтәлекле мәлдәрҙең береһе – Геройҙың ейәне Андрей Евстратов ижад иткән «Кесе лейтенант» йырының тәүге тапҡыр яңғырай.
Колледж директоры Ришат Сабитов билдәләүенсә: "Яугирҙарыбыҙҙың хеҙмәт батырлығын хәтерҙә тотоу – үткәнгә хөрмәт кенә түгел, ә йәштәрҙе тәрбиәләүҙең мөһим өлөшө".