«Айыҡ ауыл» конкурсының күсмә ултырышы Иглинда үтте
"Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!" исеме аҫтында Иглин районында «Айыҡ ауыл» республика конкурсының тәүге күсмә ултырышы үтте.
Унда Архангел, Ауырғазы, Благовещен, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө райондары һәм Өфө ҡалаһы вәкилдәре йыйылды.
Ҡунаҡтар тәүҙә Иглин районының Ҡалтыман ауылындағы "Ғаилә скверы"ның презентацияһы менән танышты. Был сквер "Айыҡ ауыл" конкурсының приз фонды иҫәбенә төҙөлгән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова күсмә ултырыштың тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөһимлеген билдәләне.
Йәмәғәт эшмәкәре, айыҡлыҡ уҡытыусыһы Виктор Пономарев сығышында, "айыҡлыҡты тормош нигеҙе" тип атаны.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.ru/kurultaibashkir
Быйыл VII республика «Айыҡ ауыл» конкурсының 12 еңеүсеһен бүләкләү тантанаһы 18 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың оператив кәңәшмәһендә үтә.