Башҡортостан делегацияһы Ҡазанда ислам форумында
Форумға дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, диндарҙар, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең (шул иҫәптән Алжир, Мысыр, Ливия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Фәләстин, Тунис, Сәғүд Ғәрәбстаны, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм башҡа дәүләттәрҙең) вәкилдәре йыйылды.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров округта йәшәүселәрҙең 80%-тан ашыуы милли һәм дини мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалауын билдәләне. Ул Рәсәйҙең «күп төрлөлөктә берҙәмлек» принцибы менән йәшәүен айырып әйтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү һүҙен республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Данияр Абдрахманов уҡып ишеттерҙе.
"Республикабыҙҙа 2 миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Беҙҙә дини нигеҙҙә конфликттар булманы, юҡ һәм булмаясаҡ! Рухи лидерҙарыбыҙға һәм үҙ-ара хөрмәткә рәхмәт. Башҡортостан – күп быуатлыҡ рухи традицияларға тоғро, төрлө халыҡтарҙың һәм диндәрҙең үҙ-ара ихтирамы булған көслө төбәк. Республика ислам илдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ислам инвестицияларын йәлеп итәбеҙ. 40-тан ашыу предприятие «хәләл» продукция сығара һәм донъя баҙарына экспортлай. Беҙҙең көс – берҙәмлектә, татыулыҡта һәм үҙ-ара хөрмәттә!", - тиелә.