🎖️Батырҙар иҫтәлеген данлап Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙәр: Ба
Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙәр: Байбулатов Морат Арслан улы, Ҡырғыҙбаев Ильшат Мөхәмәтдин улы, Кускилдин Рәсим Урал улының яҡты иҫтәлегенә арналған "Мәргән уҡсылар " бәйгеһе утте.
Ярышҡа Сибай, Баймаҡ, Иҫке Сибай һәм Хәйбулла районы мәргәндәре йыйылды.
Сара барышында яугирҙәр рухына аят бағышланды, уларҙың яҡындары сығыш яһаны.
Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Ир-егеттәр, малайҙар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙҙар төркөмдәре үҙ мәргәнлектәрен күрһәтеп яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.
"Вәзәм батырҙарының рухы яҡтырһын. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереп, Вәзәм ауылында "Мәргән уҡсылар" брендлы сараһы ике йылға бер тапҡыр үткәреләсәк", ти сараны ойоштороусылар.
Сығанаҡ: Бәләкәй Арыҫланғол мәҙәниәт йорто