Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән төп хәбәрҙәр
🎖️Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, мотоуҡсылар взводы командиры Фәрит Ғәниевкә Шайморатов генерал миҙалын тапшырҙы. Ул юғары наградаға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы өсөн лайыҡ булды.
🏡VII «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Уларға дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар тапшырылды, был суммалар ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.
🌳 Быйыл «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 4,3 мең ҙур ағас һәм 139 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртылған, 83 яңы тематик аллея барлыҡҡа килгән. Акцияла бөтәһе 65 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 4 мең ирекмән һәм 3,5 мең ойошма ҡатнашҡан, 1 283 берәмек техника йәлеп ителгән.
🏕️ 2023 йылдан алып Башҡортостан шифаханаларында 9,5 меңдән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары ял иткән
Башҡортостандың һигеҙ шифаханаһы ла Рәсәйҙең иң яҡшы 100 санаторийы иҫәбенә инә.
📚Быйылғы уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса йәнә алдынғылар иҫәбенә инде. Республика уҡыусылары 78 наградаға лайыҡ булған – 13 еңеүсе һәм 65 призёр дипломы.