⛔️ Өфөлә «Торатау» Конгресс-холы янында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.
Бөгөн Өфөлә 11-се класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. «Торатау» Конгресс-холы янындағы Өфө амфитеатрында ҡала күләмендә сара үтә.
🗓 26 май, 16:00 сәғәткә тиклем:
📍 Амфитеатрҙың өҫкө һәм аҫҡы майҙансыҡтарындағы парковкалар
📍 «Торатау» Конгресс-холы янындағы парковка ваҡытлыса ябыла
🗓 26 май, сәғәт 12:00-нән 16:00-гә тиклем:
📍 Перовский урамы
📍 Зәки Вәлиди урамы (Ғафури - Аксаков урамына тиклем)
📍 Ғафури урамы буйлап Пятигорск - Пушкин урамдары араһы ваҡытлыса ябыла
🚌Йәмәғәт транспорты хәрәкәт схемаһы ла ваҡытлыса үҙгәрә.
❗️Ябылған урамдар биләмәһендә урынлашҡан йорт ихаталарынан сығып булмай.
🚗 Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә һәм маршруттарҙы алдан билдәләргә кәңәш ителә.