🎼Шишмәлә “Дала сазы” яңғырай.
Евразия күсмә цивилизациялар музейының “Турахан” визит үҙәге тамашалар миҙгелен башланы. Һәр шәмбе асыҡ һауала концерт була.
✅ Был аҙнала “Мираҫ” ансамбле солистары сығыш яһай.
✅6 июндә ижади ғаилә Таңсулпан һәм Айҙар Байтимеровтарҙың концертын ҡарарға була.
✅20 июндә ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың тамашаһы
✅ 28 июндә ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмөнөң тамашаһы көтөлә.
Йәш сикләүе юҡ.
🎶 Видеояҙмала "Саптар" этно төркөмө концерты