Ситтә уҡыған Башҡортостан йәштәре республика ойошмаларында стажировка үтә ала Башҡортостанда йәштәр өсөн кадрҙар стажи
Башҡортостанда йәштәр өсөн кадрҙар стажировкаһы үҙәге эшләй. Ул республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағында асылған. Үҙәктең маҡсаты — Башҡортостан студенттарына тыуған яҡтарына ҡайтып эшкә урынлашырға ярҙам итеү.
Бөгөн Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында республиканан 15 меңдән ашыу студент белем ала. Уларҙың күпселеге Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда, Екатеринбургта һәм Силәбелә уҡый. Үҙәк студенттарға Башҡортостандың министрлыҡтарында һәм предприятиеларында стажировка һәм практика үтергә, ә юғары уҡыу йортон тамамлаусыларға эш табырға ярҙам итә.
Әлеге ваҡытта үҙәккә 106 студент ғариза биргән дә инде.