Башҡортостанда Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары "Башҡортостан Геройҙары" проектына йыйылды.
Сара «Патриот» үҙәгендә ойошторола. Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары киләсәктә дәүләт власы органдарында, дәүләт учреждениеларында һәм бизнеста эшләү өсөн кәрәкле белем ала.
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы:
«Башҡортостан Геройҙары» проектын беҙ Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс биргән «Геройҙар ваҡыты» федераль программаһының дауамы булараҡ башлап ебәрҙек. Проектта ҡатнашыусылар заманса идара итеү технологиялары, яһалма интеллект менән эшләргә өйрәнә.
Артабан уларҙы сығарылыш эштәре һәм проекттарын яҡлау көтә", ти республика башлығы.