Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр.
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында бөгөн Миләүшә Ғәли ҡыҙының юбилейына арналған тамаша була. Ул хеҙмәт юлын Өфө сәнғәт училищеһында башлай. 1969 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына күсә. Оҙаҡ йылдар вокал буйынса уҡытыусы була.
Миләүшә Мортазина республика сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән кеше. Ул бик күп дәүләт наградалары менән бүләкләнгән, Өфөнөң Почетлы гражданы.
Бер быуатлыҡ юбилейға бағышланған концертта легендар шәхестең данлыҡлы уҡыусылары Асҡар Абдразаҡов, Раил Кучуков, Дилара Иҙрисова, Иҙел Аралбаев, Иҙрис Ғәзиев, Вәхит Хызыров ҡатнаша.