МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арта Дәүләт Думаһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре ө
Дәүләт Думаһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре өсөн уртаҡ отпуск тураһында закон ҡабул ителде.
Владимир Путиндың указы менән «Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең статусы тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерелде.
Документҡа ярашлы, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидлығы булған хәрби хеҙмәткәрҙең ата-әсәләренең береһе улы йәки ҡыҙы менән бер үк ваҡытта йыллыҡ отпуск алырға хоҡуҡлы.
Отпуск ваҡыты хәрби хеҙмәткәрҙең отпускыһының дауамлылығына тиң булырға мөмкин. Әммә төп эш урыны буйынса йыл һайын бирелә торған отпуск дауамлылығы артҡан осраҡта, ошо өҫтәмә өлөш өсөн хеҙмәт хаҡы һаҡланмай.