Эвересты яулаған Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты Бөгөн блогер Рөстәм Нәбиевтың Эверест түбәһенә экспедицияһы тамамланды. У
Бөгөн блогер Рөстәм Нәбиевтың Эверест түбәһенә экспедицияһы тамамланды. Уны аэропортта ғаиләһе, дуҫтары һәм журналистар ҡаршы алды.
"Иҫән-һау, зыян күрмәйенсә өйгә ҡайтыуым менән бәхетлемен. Илем һәм республикам өсөн ҙур еңеү булды. Ергә аяҡ баҫыу менән экспедиция тамамланды тиһәм дә була», — тине Рөстәм.
Рөстәм 8,8 мең саҡрым юл үтеп, Эверест түбәһенә күтәрелде. Донъяла ҡулдарында ғына тауҙарға күтәрелгән беренсе һәм берҙән-бер кеше. Блогер яҡташыбыҙ экспедицияға быйыл апрель башында юлланғайны.
Биш йылда яҡташыбыҙ Эльбрустың ике түбәһен (5642 метр /5621 метр), Мөхәббәт түбәһен (2124 метр), Манаслу (8163 метр), Арарат (5165 метр), Казбек (5033метр), Килиманджаро (5895 метр), Аконкагуа (6962 метр) һәм Ирәмәл (1589 метр) тауҙарын яулаған.