Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашты.
Көн тәртибендә – 27 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә Ҙур Балалар фестиваленең «ЭХО БДФ» махсус программаһын үткәреү. Уның художество етәксеһе Сергей Безруков.
Радий Хәбиров Сергей Безруковҡа фестивалде Башҡортостанда уҙғарыу инициативаһы өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Һеҙҙең килеүегеҙгә бик шатбыҙ. Был проектты икеләнмәйенсә хупланыҡ. Республикала һеҙҙе яраталар, хөрмәт итәләр. Ә фестивалдең темаһы бик изге һәм мөһим – ул балаларға һәм уларҙың таланттарына арналған", - тине Радий Хәбиров.
"Беҙ йыл һайын балалар өсөн иң яҡшы әҫәрҙәрҙе йыябыҙ. "ЭХО БДФ“ идеяһы — спектаклдәрҙе Мәскәү һәм Санкт-Петербургта ғына түгел, ә башҡа төбәктәрҙә лә күрһәтеү. Фестиваль Калининградтан Камчаткаға тиклем күп төбәктәрҙә булды һәм һеҙҙең республикаға ла килеп етте", - ти Сергей Безруков.
Программала: спектаклдәр, кино, анимация һәм күләмле мәғрифәтселек блогы - балалар, педагогтар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ысын «көслө мәҙәни десант».
#Башҡортостан #ЭХОБДФ #Өфө #БалаларФестивале