Пост канала «"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм» от 23.05.2026
28–29 майҙа «Торатау» конгресс-холында белгестәр, табиптар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҙур сара уҙа. Унда Сергей Безруков, Марина Ким, Андрей Соколов, Карен Аванесян һәм башҡалар килеүе көтөлә.
📍 28 май - һөнәр һайлау, лидерлыҡ, шәхси үҫешкә арналған һөйләшеү, "Барыһы ла Еңеү өсөн" тип аталған түңәрәк өҫтәл һәм концерт программаһы тәҡдим ителә.
📍 29 май — ғаилә мөнәсәбәттәре, ҡатын-ҡыҙ матурлығы, сәләмәтлек тураһында белгестәр сығышы.
Ике көн дауамында «Һаулыҡ биләмәһе» майҙансығы эшләй. Унда белгестәргә бушлай күренергә мөмкин.
📑Сараға инеү ирекле, алдан теркәлеү мотлаҡ.