🎶Өфөлә махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына ярҙам итеү маҡсатында «Тамырҙарым Хәйбулланан» тип аталған концерт ойошторолдо.
Концерт Хәйбулла районынан сыҡҡан яҡташтарҙы, Башҡортостандың билдәле сәнғәт әһелдәрен, ирекмәндәрҙе һәм битараф булмаған республика халҡын берләштерҙе. Сараны «Ҡәнифә юлы» йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.
Сәхнәлә 35 артист сығыш яһаны. Тамашасылар өсөн йырсылар, музыканттар һәм бейеүселәр ҡатнашлығында бай концерт программаһы әҙерләнде. Улар араһында Хөрмәтулла Үтәшев, Фәнис Рәхмәтов, Сәйет Билалов, Йәмил Баймырҙин, Эмиль Абдрахманов, Рәсүл Ҡарабулатов, Айгиз Килдебаев һәм башҡа билдәле артистар булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай яҡташтарына бағышланған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
📸Филармония алдында махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына ярҙам итеүсе ирекмән ойошмаларының күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо. Ирекмәндәр яугирҙарға ярҙам итеүҙә әүҙем эшмәкәрлек өсөн «Башҡортостан» полкынан Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Концерт берҙәмлек, илһөйәрлек һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларға ярҙам итеүҙең мөһимлеген тағы бер тапҡыр күрһәтте.