«Китап-Байрам» йәрминкәһендә асыҡ һауала кино күрһәтеү ойошторола
28–30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтә. Концерт программаһынан һуң фестивалдең төп майҙансығы кинотеатрға әйләнә:
🔹 28 май — Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге көнө
Тамашасыларға режиссёр Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «3 таған» (6+) фильмы күрһәтелә.
🔹 29 май — Ғаилә менән китап уҡыу көнө.
Режиссёр Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» (12+) фильмы күрһәтелә. Был — ғаилә ҡиммәттәре, берҙәмлек һәм яҡындарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте хаҡында комедия.
🔹 30 май — Тарих, хәтер һәм патриотизм көнө.
Был көндө режиссёр Александр Галибиндың «Һеңлекәш» (6+) фильмы тәҡдим ителә. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән картина Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы балалар яҙмышын сағылдыра.
📍 Өфө ҡалаһы, Совет майҙаны
🕙 Йәрминкә көн һайын 10.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем эшләй
🎟 Инеү ирекле